Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле 1 июндән башлана, был көндә Өфөлә 9 рәсми пляж асыласаҡ.
Хәҙерге ваҡытта халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа тәртип һәм именлек ҡағиҙәләрен үтәүгә айырым иғтибар бүленгән. Йылға-күлдәр төбөн таҙартыу, шулай уҡ билдәләмәләр ҡуйыу эштәре тамамланыу яғына бара. Ҡотҡарыусыларҙың сираттағы рейды яҡын көндәрҙә үткәреләсәк.
Өфө эргәһендәге карьерҙар һәм быуалар тикшереү үтә. Бынан тыш, гидроцикл һәм моторлы кәмәләр менән йөрөүселәргә лә хәүефһеҙлек сараларын онотмаҫҡа кәңәш ителә. Был хаҡта МЧС-тың матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова «Өфө ваҡыты» тапшырыуында белдерҙе.



